Бөгөн Минск ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Белоруссия президентының эштәр идарасыһы Юрий Назаров менән осрашты. Көн ҡаҙағында – халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү, иҡтисад өлкәһендә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу.
Яҡтар тауар әйләнеше күләмен арттырыу, бизнестың өҫтөнлөклө йүнәлештәре, киң талап ителгән продукцияны етештереү перспективалары хаҡында һөйләште.
Өфөлә декабрҙә үткән Халыҡ-ара бизнес аҙналығында башҡорт һәм белорус предприятиелары дөйөм 60 миллион һумға килешеүҙәр төҙөнө. Улар башлыса «Башҡорт сода компанияһы» тауарҙарын Белоруссияға экспортлау буйынса.
– Беларусь Президенты командаһының ярҙамы булмаһа, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкин булмаҫ ине. Бынан алда ил етәкселеге кальцийлы сода менән тәьмин итеүҙе һорағайны. Беҙ уны экспортларға әҙербеҙ. Был белорус компаниялары һәм «Башҡорт сода компанияһы» килемле. Бынан тыш, беҙ республикала уникаль хайуан – зубрҙар үрсетеп ҡарарға ниәтләйбеҙ. Бының өсөн Белоруссияға биолог-ғалимдарҙы ебәрәсәкбеҙ, башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһен өйрәнәсәкбеҙ. Тәүге зубрҙар республикаға быйыл килтереләсәк, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.