Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2023, 14:33

Быйыл 50 йәш уҡытыусы 690 мең һум күләмендә аҡса аласаҡ

Республика Башлығы ҡушыуы буйынса  урта һөнәри белем биреү учреждениеларына айырым иғтибар бүленә. Хөкүмәт ултырышында үткән йылға  йомғаҡ яһалды һәм мәғариф өлкәһендә быйылға пландар билдәләнде.  

Быйыл 50  йәш уҡытыусы 690 мең һум күләмендә аҡса аласаҡ
Быйыл 50 йәш уҡытыусы 690 мең һум күләмендә аҡса аласаҡ

«Профессионалитет» федераль проектына ярашлы, республикаға 4 белем биреү кластерына 400 миллион һум йәлеп ителгән, 121 оҫтахана ойошторолған, шуларҙың 12-һе – федераль проект буйынса һәм 109 оҫтахана WorldSkills чемпионатынан ҡалған.
Рәсәй Президенты булдырған федераль программаға ярашлы, 63 мәктәптә капиталь ремонт үткәрелгән һәм йыһазландырылған.  Быйыл тағы 77 мәктәп бинаһын ремонтлау күҙ уңында тотола.

«Мәғариф» милли проекты буйынса республикала 216 «Үҫеш нөктәһе» үҙәге асылған, 240 мәктәп һанлы ҡорамал комплекттары менән йыһазландырылған, 7 «IT-куб» балалар һанлы белем биреү үҙәге, «Кванториум» балалар технопарк, балаларға өҫтәмә белем биреү өсөн 4056 яңы урын булдырылған, 43 спорт залы төҙөкләндерелгән, 5 асыҡ яҫылыҡтағы ҡоролма менән йыһазландырылған.

2022 йыл йомғаҡтары буйынса беҙҙең республика Бөтә Рәсәй  мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең 10 иң көслө, шулай уҡ Милли технологик олимпиаданың йомғаҡлау этабында еңеүселәре һәм призерҙары күп булған тәүге 10 төбәк, «Оло тәнәфес»тең 86 төбәк командаһы араһында иң яҡшы бишәү иҫәбенә ингән.

Педагогтарға һәм оҫталарға ярҙам күрһәтеү ҙә дауам итә.  2022 йылда, Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылына ярашлы, тәүге тапҡыр колледж уҡытыусылары, производствола уҡытыу мастерҙарының һәр ҡайһыһына 690 мең һум күләмендә 10 грант тапшырылған. Быйыл ауылдағы 150  йәш уҡытыусы 690 мең һум күләмендә аҡса аласаҡ.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: