Бурандан һуң
Зәһәр ҡыш бөгөн туҙына,
Үсеккәндәй донъяға.
Уҫал буранынан ҡурҡып,
Эттәр инә ояға.
Бүреләй олоған буран
Тынды тик кискә табан.
Ошо ап-аҡ һил тынлыҡтан
Йәнгә ҡыуаныс табам.
Күктән төшкән көмөш ҡарҙар
Ҡуналар керпек, ҡашҡа.
“Ҡайҙа - ер? Ҡайҙа – йыһан?” – тип,
Торамын аптырашта.
Әлдә йондоҙҙар янында
Йөҙә көләс тулған ай.
Улар – күктә, ә мин – ерҙә,
Ҡыҙыҡ инде ҡайһылай!
О, серле ҡыш, матурлығың
Арбаны мине тамам.
Серемгә китмәй, таңғаса
Әйҙә, яныңда ҡалам.
Алһыу биттән тешләп, һыуыҡ
Ҡыумаҡ була өйөмә.
Ә мин торам хайран ҡалып
Аҡ йондоҙҙар туйына.
(Зарина Бағышаева)
Юлай Кәримов фотоһы.