Был ҡаҙна системаһын уңайлыраҡ һәм асығыраҡ итергә, шулай уҡ бюджетҡа мотлаҡ түләүҙәр индергәндә төрлө хаталарға юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирергә тейеш.
Берҙәм һалым иҫәбе (БҺИ) - һалым түләүсенең бюджет менән берҙәм иҫәп-хисап суммаһы. Һалым түләүсе йә дәүләткә бурысы булыуын, йә ҡалған аҡсаны үҙ ҡарамағына тотона аламы-юҡмы икәнлекте һәр саҡ белеп торасаҡ.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында 2023 йылдың 1 ғинуарынан һалымдар түләүҙәге үҙгәрештәр хаҡындағы ентекле мәғлүмәт менән танышырға мөмкин: https://www.nalog.gov.ru/rn77/ens
Ә түбәндәге һылтанма буйынса йыш бирелгән һорауҙарға яуап табырға була: https://www.nalog.gov.ru/rn77/service/kb/?t1=102
2022 йылдың 14 июлендәге «Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының беренсе һәм икенсе өлөштәренә үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы 263-ФЗ һанлы федераль закон: https://vk.cc/cfdC7B
Берҙәм бәйләнеш үҙәге:
8 (800) 222 22 22