Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар , 17:45

Башҡортостан Башлығы грантына ғаризалар ҡабул ителә!

1 февралдә конкурс башланасаҡ.

Башҡортостан Башлығы грантына ғаризалар ҡабул ителә!
Башҡортостан Башлығы грантына ғаризалар ҡабул ителә!

1 февралдә Башҡортостан Башлығы Грантына коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан ғаризалар ҡабул ителә башлаясаҡ. Конкурс яңыса үткәрелә. Ҡатнашыусы дәғүә иткән гранттың максималь суммаһы 500 мең һумдан артмаясаҡ. Бәйгенең дөйөм бюджеты 25 млн һумды тәшкил итә.

Конкурс коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы дәртләндереүҙе, халыҡтың социаль проблемаларын хәл итеүҙе һәм быға тиклем грант ярҙамы алмаған ойошмаларҙы үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Конкурстың шарттары: ғариза биргән мәлдә НКО-ның дәүләт теркәлеүенә өс ай тулған булырға тейеш, шулай уҡ бәйгелә 2022 йылдың 1 февраленән быйылғы йылдың 1 февраленә ҡәҙәр Башҡортостан Башлығы, Президент, Мәҙәни инициативалар гранттары конкурстарында еңеү яулмаған ойошмалар ҡатнаша ала.

Ғаризалар 1 февралдән 3 мартҡа тиклем https://грантыглавы102.рф сайтында ҡабул ителә.

Быйыл Башҡортостан Башлығы Грантына биш конкурс ойоштороласаҡ: уларҙың икәүһе граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар араһында, ҡалған өсәүһе Башҡортостан халыҡтарының дәүләт телдәрен һаҡлауҙы һәм үҫтереү, йәштәр сәйәсәте һәм кинематография буйынса үткәреләсәк. Әйткәндәй, 2022 йылда бындай конкурстар һаны 4 булған, дөйөм 147 социаль проектҡа 261,5 миллион һум күләмендә грант бирелгән.

Тулыраҡ мәғлүмәт һәм конкурс шарттары менән киләһе һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://грантыглавы102.рф/pages/bashkortostan/contest1-2023

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в