Вәлиәхмәтов Фән Ғәфис улы (18 ғинуар 1951 йыл) — йырсы. 1979 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, 1995—2005 йылдарҙа Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһы «Энергетик» мəҙəниəт һарайының «Болғар» ансамбле солисы. Башҡортостан (2011) һəм Татарстан (2007) Республикаларының халыҡ артисы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021). Шаран районының почётлы гражданы (2013).
Репертуарында Б. М. Ғайсин, М. М. Ғилəжев, Ф. Х. Ғəлимов, Н. Ə. Дауытов, Р. Х. Сəхəүетдинова, Р. М. Хəсəнов һәм башҡаларҙың йырҙары; башҡорт («Ғайса ахун», «Порт Артур», «Ялсығол»), татар («Герман көйө», «Зөлəйха», «Шахта») халыҡ йырҙары һәм башҡалар. Татар һәм башҡорт халыҡтарының популяр йырҙары менән бер рәттән, онотолоп бөткән иҫке йырҙарын да табып, уларға йән өрөп, киләсәккә илтеүсе ул Фән Вәлиәхмәтов.
Татар АССР‑ында үткəрелгəн Башҡорт АССР-ы əҙəбиəте һəм сəнғəте көндəрендə (Ҡазан, 1989), «Һабантуй» халыҡ байрамында (Аделаида ҡалаһы, Австралия, 2006) ҡатнаша. Рəсəй буйлап гастролдəрҙə була.
2021 йылдың 19 мартында йырсы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Юлай Кәримов фотоһы.