Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2023, 16:00

Водитель таныҡлығының электрон версияһы барлыҡҡа килде

«Дәүләт хеҙмәттәре Авто» ҡушымтаһында водитель таныҡлығының электрон версияһы барлыҡҡа килде. Шулай уҡ транспорт сараһын теркәү тураһында таныҡлыҡ та бар (СТС).

Водитель таныҡлығының электрон версияһы барлыҡҡа килде
Водитель таныҡлығының электрон версияһы барлыҡҡа килде

Улар менән нисек файҙаланып була?

Һанлы документтар менән ҡулланыу өсөн, ҡушымтала водитель таныҡлығын йәки СТС-ты һайлап, «Документтарҙы күрһәтеү»гә баҫырға. Шунан һуң инспектор кеҫә телефоны ярҙамында QR-код шифрҙарын ала. Дәүләт автоинспекцияһы базаһынан мәғлүмәттәр автоматик рәүештә килеп сығасаҡ.

Ҡушымта интернетҡа инеү мөмкинлеге булмағанда ла эшләй.

Иғтибар итегеҙ: ҡушымтала электрон документтар булһа ла, әлегә водителдәр үҙҙәре менән водитель таныҡлығының төп нөсхәһен үҙе менән йөрөтөргә бурыслы: vk.cc/ckFal9. Бындай талап Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең 2.1.1-се пунктында ҡаралған: vk.cc/ckFams.

Шулай уҡ ҡушымта ярҙамында:

- европротоколды онлайн тултырырға;
- штраф түләргә йәки штрафҡа ялыу бирергә;
- машинаға сикләүҙәр һалыныу-һалынмауын һәм уның урланғанмы-юҡмы икәнен тикшерергә;
- автомобилде теркәүгә йәки водитель таныҡлығын алмаштырырға яҙылырға мөмкин.

«Дәүләт хеҙмәттәре Авто» мобиль ҡушымтаһы 2021 йылдан эшләй. Уның менән 2,5 миллиондан ашыу водитель файҙалана. Ҡушымтаны түбәндәге һылтанмалар аша күсереп алырға мөмкин:
RuStore: vk.cc/chjnyI
Google Play: vk.cc/ckEhJ6
App Store: vk.cc/ckFavY
AppGallery: vk.cc/ckEhOb

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: