Мөһим йүнәлештәрҙең береһе – юл селтәрен яңыртыу. Иң эре тармаҡ объекты – М-12 Мәскәү-Өфө юғары тиҙлекле магистрале участкаһын төҙөү Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса Екатеринбургка тиклем оҙайтылды. Юлдың бер өлөшө Тәтешле районы буйлап үтәсәк.
Фәнүр Шәйхисламов һөйләүенсә, төҙөлөш өсөн ер участкалары әҙерләнгән, шулай уҡ трасса маршруты янында төҙөлөш материалдарын сығарыу өсөн карьер билдәләнгән.
Ул 2023 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың 95 йыллығына арналған байрам саралары уҙғарылыуы тураһында һөйләне. Уның исемен йөрөткән Үрге Тәтешле ауылының үҙәк урамына ремонт талап ителә. Республика Башлығы унда юл япмаһын яңыртыу мәсьәләһен ентекләп өйрәнергә ҡушты.
Тағы ла бер көнүҙәк йүнәлеш - ауылдарҙа газ, йылылыҡ һәм һыу тәьминәте селтәрен төҙөү. Атап әйткәндә, Түбәнге Балтас ауылы урта мәктәбенең йылытыу системаһы яңыртыуҙы талап итә. Башҡортостан Башлығы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына белем усағы өсөн блоклы-модулле ҡаҙанлыҡ төҙөүгә 15 миллион һум бүлеү мөмкинлеген өйрәнергә ҡушты. Инженер объекты ауыл мәҙәниәт йортоноң күрше бинаһын да йылылыҡ менән тәьмин итәсәк.
Фото: Т. АМАНОВ.