Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2023, 18:19

«Изге хәйриә йолаларын нығытыуҙы дауам итәбеҙ»

– Билдәле Аксаков йортонда дүртенсе йыл рәттән бөтә республиканың үҙенсәлекле балаларын йыябыҙ. Уларҙың шат йылмайыуын күреү бигерәк тә ҡыуаныслы.

«Изге хәйриә йолаларын нығытыуҙы дауам итәбеҙ»
«Изге хәйриә йолаларын нығытыуҙы дауам итәбеҙ»

Беҙ изге хәйриә йолаларын нығытыуҙы дауам итәбеҙ. Күренекле «Аксаков шыршылары» тергеҙелде. Мәктәп-интернаттарҙан, реабилитация үҙәктәренән балаларҙы, хәҙер хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм ҡатнашыусылары ғаиләләренән балаларҙы саҡырабыҙ.

Башҡортостанда бер-беребеҙгә ҡарата мөнәсәбәт бик йылы,  беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Бөтә балалар ҙа беҙҙең өсөн туған.

Бөгөн ата-әсәләргә иң йылы һүҙҙәремде еткерәм. Әсәйҙәргә яратҡан йөрәге, ихлас хәстәрлеге өсөн ҙур рәхмәт. Улар балалары өсөн эшләгән бөтә яҡшылыҡтары өсөн. Рух көсө, батырлыҡ, түҙемлек, күңел күтәренкелеге өсөн рәхмәт, – тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан  Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим  Забелин.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: