Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2023, 17:59

Үҙенсәлекле балалар өсөн байрам ойошторолдо

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында йолаға әйләнгән «Аксаков шыршыһы» үтте.  Сағыу Яңы йыл байрамына 250-нән ашыу үҙенсәлекле бала һәм уларҙың ата-әсәләре саҡырылғайны.    

Үҙенсәлекле балалар өсөн байрам ойошторолдо
Үҙенсәлекле балалар өсөн байрам ойошторолдо

Был сара  инвалид балалар, республика район-ҡалаларынан мобилизацияланған, махсус хәрби операцияла йөрөгәндәрҙең балалары өсөн ойошторолдо. Улар өсөн бик матур хәйриә байрамы булды ул. Килеп ингәс үк, балалар һәм ҡунаҡтарҙы ҙур ҡурсаҡтар ҡаршы алды, аквагрим буйынса рәссамдар байрам образдары бүләк итте, аниматорҙар һәм ирекмәндәр әкиәт мөхите менән таныштырҙы. Театрҙың Грек залында билдәле фокус оҫтаһы Макс Брайт балаларҙы һәм өлкәндәрҙе хайран ҡалдырҙы. Унан һуң Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу менән дә осрашты балалар. Фотоға төшөү, аралашыу ҙа ҡыҙҙар һәм малайҙар күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. «Щелкунчик» әкиәтен ҡарау ҙа балаларға бик оҡшаны.

Башҡортостан  Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим  Забелин, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостандың  финанс министры Лира Иғтисамова, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова байрамдың абруйлы ҡунаҡтары булды. «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова ҡунаҡтарҙы сәләмләп, изге теләктәрен теләне.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: