+12 °С
Болотло
Хәҙер Башҡортостан халҡы, бөтә ил халҡы, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында медицина полисы юллай ала.
Электрон полисты алыу өсөн граждандың шәхси кабинеты раҫланған булырға тейеш. Артабан ғариза тапшырырға ғына ҡала. Полис тәүлек дауамында әҙер була.
Шулай уҡ баланы атаһының йә әсәһенең йәшәгән урыны буйынса теркәргә мөмкин – бының өсөн электрон ғариза тултырыу ғына талап ителә. Алты көндән теркәлеү тураһында таныҡлыҡ шәхси кабинетҡа киләсәк.
Ябай һәм уңайлы!