Филиал Үрге Тәтешле ауылында 2002 йылдан алып эшләй. 2017 йылда учреждение Социаль маҡсатлы программалар фонды булышлығында төҙөлгән яңы бинаға күсә. Бында медицина, психологик, педагогик, социаль реабилитация үткәрелә. Нефтекама реабилитация үҙәге директоры Зилә Гәрәева әйтеүенсә, 2017 йылдан бында сабыйҙарға ла ярҙам күрһәтелә.
Тәтешле филиалы мөдире Айгөл Әхмәтйәнова һөйләүенсә, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙе 21 көнгә стационар реабилитация курсына алып киләләр.
Радий Хәбиров дауалау һәм административ корпустарҙы, ашхананы, тренажёрҙар залын, уйын бүлмәһен ҡараны, шулай уҡ балалар менән дә аралашты.
Фото: Т. АМАНОВ.