Бөгөн Тәтешле районы үҙәгендә махсус хәрби операция геройы Фәнис Хөсәйеновты һуңғы юлға оҙаттылар. Геройы менән хушлашыуға Тәтешленән генә түгел, Башҡортостандың төрлө райондарынан халыҡ йыйылды.
«Фәнис Хөсәйенов тәүгеләрҙән булып СВО-ға китте. Һуғышты, яраланды, бик ҡыйыу көрәште. Беҙ уның батырлыҡтары тураһында беләбеҙ һәм һәр ваҡыт хәтерҙә тотасаҡбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фәнистең ғүмере өҙөлдө.
Ҡәҙерле Фәриҙә Мәғдән ҡыҙы, һеҙ бик яҡшы ул, ысын патриот һәм яугир тәрбиәләп үҫтергәнһегеҙ. Беҙ уны онотмаҫбыҙ, күңелебеҙҙә мәңге һаҡларбыҙ, тип ныҡлы вәғәҙә итәм. Уның юлы бик ҡатмарлы ине, әммә ул - ысын герой. Район хакимиәтенән Фәнис Хөсәйеновтың исемен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләүен һорайым. Тыныс ҡына йоҡла, герой, мәңгелек дан», — тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрь айында Фәнис Хөсәйеновтың дошман БТР-ын ҡыуып алып китеүе хаҡында яҙғайныҡ. Ул яңғыҙы ғына ВСУ-ның бер нисә һалдатына ҡаршы торған, уларҙың бер өлөшөн юҡ иткән, ә берәүһен әсиргә алған. Бынан тыш, яҡташыбыҙ яраланған командирын емереклектәр аҫтына сығарып, урланған бронетранспортерҙа хәрби госпиталгә алып барған. Башҡорт яугиренең батырлығына арналған «Йоҡабаш Фәнис» исемле комикс та сығарғандар.
Яугирҙең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.