Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов оператив кәңәшмәлә Башҡортостан бал етештереү буйынса лидер булып ҡалыуын белдерҙе. Рәсәй баҙарында уның өлөшө 10 процентты тәшкил итә. Республикала 12 мең кеше умартасылыҡ менән шөғөлләнә, хужалыҡтарҙа 300 мең күс иҫәпләнә.
«Программаның маҡсаты – башҡорт бал ҡортоноң популяцияһын арттырыу, туристик маршруттар булдырыу. Беҙҙең умартасылар был программаны көттө. Уны тормошҡа ашырыуға 2023 йылда 20 миллион һум аҡса бүленде. Аҡсалар бал ҡорто күстәрен, пакетын, техникаһын һәм инә бал ҡорттарын һатып алыуға тотоноласаҡ. Бөгөн Белорет ҡалаһында солоҡ умарталары етештерелә башланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы етештереүгә ГОСТ ҡағиҙәләре юҡ, беҙ кәрәкле тәҡдимдәрҙе үҙебеҙ әҙерләйбеҙ. Шулай уҡ солоҡ балына һәм бал ҡорто тоҡомона лаборатор тикшереүҙәр үткәреүгә субсидиялар биреләсәк», - тип белдерә Фәзрахманов.
Радий Хәбиров бынан алда башҡорт тоҡомло ҡорттарҙы үҫтереүгә генә субсидиялар бүлергә ҡушҡайны. 25 февралдә Башҡортостан умартасыларының сираттағы форумы үтәсәк. Ошонда республика программаһы презентацияланасаҡ.