Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2023, 19:45

Балалар пособиеһы тәғәйенләү ҡағиҙәләре

Республика менән идара итеү үҙәге Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе менән берлектә әҙерләгән махсус чат-бот берҙәм балалар пособиеһы тәғәйенләү ҡағиҙәләренә асыҡлыҡ индерергә ярҙам итәсәк.

Балалар пособиеһы тәғәйенләү ҡағиҙәләре
Балалар пособиеһы тәғәйенләү ҡағиҙәләре

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль ярҙам сараларын берләштергән берҙәм пособие 2023 йылдың 1 ғинуарынан индерелде. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында йөклөлөктөң 12-се аҙнаһына тиклем иҫәпкә торған йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм 17 йәшкә тиклемге балалары булған ата-әсәләр ошо пособиены алырға хоҡуҡлы. Пособиеға килеме бер кешегә иҫәпләгәндә йәшәү минимумынан кәмерәк булған ғаиләләр дәғүә итә ала. 2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы буйынса йәшәү минимумы күләме - 12 650 һум.

Иғтибар итегеҙ: түләү 2023 йылға тиклемге ҡағиҙәләр буйынса тәғәйенләнә, йәғни 3 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә, 3-8 һәм 8-17 йәшлек балаларға пособие, шулай уҡ йөклөлөк буйынса айлыҡ түләүҙәрҙе тәғәйенләү тәртибе һаҡлана.

Түләүҙең күләмен нисек билдәләйҙәр?
  50 процент - түләүҙең база күләме
  75 процент - әгәр база күләмендәге түләү ғаиләнең йән башына уртаса килемен йәшәү минимумына тиклем күтәрергә ярҙам итмәгән осраҡта тәғәйенләнә
  төбәктәге йәшәү минимумының 100 проценты күләмендәге түләү ҙә шундай уҡ принцип буйынса билдәләнә.

Ҡалған һорауҙарға яуаптар - чат-ботта https://t.me/deti_posobie_BashBot.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: