-6 °С
Болотло
Был хәл Өфөнөң «Үҫмерҙәр китапханаһы» туҡталышында булған. Ашығыс хеҙмәттәргә билдәһеҙ ир 15 йәшлек үҫмерҙе реклама таҡтаһы менән туҡмауы тураһында хәбәр килгән.
«Әлеге ваҡытта уҡыусы ҡала дауаханаһында. Полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Әлегә ғәйепләнеүсе табылмаған», - тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы.
Шулай уҡ был хәлде тикшереүгә Тәфтиш комитеты белгестәре ҡушылған.