Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар 2023, 12:32

Еҙем буйына килегеҙ!

28 ғинуарҙа Ғафури районында үтәсәк «Еҙемфест. Рәсәй халыҡтары уйындары»на рәхим итегеҙ!

Еҙем буйына килегеҙ!
Еҙем буйына килегеҙ!

Ғафури районында Красноусол шифаханаһы биләмәһендә «Зилим-Фест. Игры народов России» төбәк-ара мәҙәни-мәғариф фестивале ойошторола.

Фестиваль һәр ваҡыттағыса сағыу тамашаларға, бәйгеләргә бай буласаҡ: «Мәргән уҡсы» башҡорт уҡтан атыу ярышы, «Бәйге» башҡорт күпбәйгеһе һәм башҡалар.

«Рәсәйҙең төрлө төбәгенән 150 кеше бәйге тотасаҡ. Тамашасылар һаны биш йөҙҙән артыр тип көтәбеҙ. Шулай уҡ беҙгә бөтә илдән туризм тармағы вәкилдәре ҡунаҡҡа киләсәк, беҙ уларға мәҙәниәтебеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ хаҡында һөйләйәсәкбеҙ», - тип белдерә «Тархан» туроператоры етәксеһе Илдар Бикҡужин.

Тамашасылар өсөн ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгән: атта йөрөү, санала шыуыу, балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре һәм күңелле ғаилә ярыштары. Майҙансыҡта оҫталар йәрминкәһе һәм аҙыҡ-түлек рәттәре теҙеләсәк. «Бишбармаҡ» кулинар студияһының заманса бишбармағын тәмләп ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Сарала ҡатнашыу бушлай, башланыу ваҡыты: 28 ғинуарҙа, төшкө сәғәт ун ике. Фестивалгә киләһе һылтанма буйынса теркәлергә мөмкин: https://forms.yandex.ru/u/6398a34973cee708cd4559f3/. Теркәлгән һәр кемгә бүләк тапшырыласаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәт: https://vk.com/zilimfest.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: