Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар 2023, 18:00

Ҡартлыҡтан дауа уйлап тапмаҡсылар

Оҙаҡламай мәңге йәш булырбыҙмы икән?

Ҡартлыҡтан дауа уйлап тапмаҡсылар
Ҡартлыҡтан дауа уйлап тапмаҡсылар

Америкалағы Төньяҡ-Көнбайыш университетының биоинженерия белгестәре ҙур асыш яһаған. Был асыш кешелекте ҡартайыуҙан ҡотолорға ярҙам иткән дауа булдырыуға яҡынайта ала. Тикшеренеү һөҙөмтәләре Nature Aging журналында донъя күрҙе.

Америка ғалимдары умыртҡалыларҙың бер нисә төрөндә, шул иҫәптән кешелә төрлө ағзаларҙың генетик үҙгәрештәрен өйрәнгән. Һөҙөмтәлә белгестәр, олоғайғас, ҡыҫҡа гендар оҙондарынан өҫтөн була башлауын асыҡлаған. Шуға күрә, биоинженерҙар әйтеүенсә, өлкән йәштәге кешеләрҙең ябай имгәнеүе лә, йәштәргә ҡарағанда, оҙағыраҡ уңала.

Белгестәр билдәләүенсә, өлкән кешенең организмы бер ағзаның эшмәкәрлеге боҙолоуы менән көрәшеп, икенсеһенә өлгөрә алмай. Һөҙөмтәлә вирус инфекциялары яман шеш барлыҡҡа килтерә, ти ғалимдар.

Әҙерләнә торған йәшәрткес дауалар ҡартайыуға ғына түгел, ә уны тиҙләткән хәүефле ауырыуҙарға ҡаршы йүнәлтелгән. Беренсе дауа өс-биш йыл эсендә теркәлергә мөмкин

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: