Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2023, 19:00

Һеҙҙең организмға ниндәй витамин етешмәй?

Ҡыш көнө кешенең организмы, витамин етешмәгәнлектән,  хәлһеҙләнеп, ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын юғалта башлай. Быға юл ҡуймаҫ өсөн  нимә эшләргә кәрәк һуң? Һәр ваҡыт организмдың хәл-торошон күҙәтеүҙә тоторға кәрәк, ти табиптар.   Организмығыҙға ниндәй витамин етешмәгәнлеген түбәндә уҡып белегеҙ.

Һеҙҙең организмға ниндәй витамин етешмәй?
Һеҙҙең организмға ниндәй витамин етешмәй?

А витамины

Ул етмәгәндә тире ҡытыршылана, күреү үткерлеге кәмей, күҙҙән йәш ағып бара, яҡтылыҡтан ҡурҡыу барлыҡҡа килә.

В1 витамины

Был витамин етмәһә, баш ауырта, хәлһеҙлек күҙәтелә, йөрәк йыш-йыш тибәй, тын ҡыҫыла, кеше илаҡҡа әйләнә.

В2 витамины

Был витамин етерлек кимәлдә булмағанда кеше йоҡоһоҙлоҡтан интегә, башы ауырта, ауыҙында насар еҫ барлыҡҡа килә.

В6 витамины

Был витамин етешмәгәндә кеше төшөнкөлөккә бирелеүсән, тиреһе шешеп бара.

В12 витамины

Ул етмәгәндә бит һарғылт төҫкә инә, сәс ағара һәм ҡойола башлай, баш әйләнә, аяҡ ойоуы ихтимал.

С витамины

Был витамин етмәгәндә кешегә һыуыҡ  тейеп барыусан, йоҡоһо боҙола.

D витамины

Ул етешмәгәндә быуындар һыҙлай, теш ауырыуҙары барлыҡҡа килә.

Е витамины

Мускулдарҙың хәлһеҙлеге һәм енси яҡтан эшмәкәрлек боҙолоуы ла организмда ошо витаминдың етешмәүе тураһында һөйләй.

Р витамины

Был витамин етешмәһә,  хәлһеҙлек, эс китеүе күҙәтелә, ауыҙ ҡороп бара, кеше тәмде насар тоя, ирене ағара.

Организмыңа ниндәй витамин етешмәгәнен анализ биреп тә белергә була.

Ә һеҙ, дуҫтар, һаулығығыҙға етерлек иғтибар бүләһегеҙме?

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: