Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар 2023, 14:45

Минзәлә Шөғәйепова 1961 йылдың 14 ғинуарында тыуған

 Учалы районы Ураҙ ауылында колхозсы ғаиләһенән.Дәүләт органдары һәм матбуғат хеҙмәткәре, шағир. 2018 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Минзәлә  Шөғәйепова 1961 йылдың 14 ғинуарында тыуған
Минзәлә Шөғәйепова 1961 йылдың 14 ғинуарында тыуған

ИНӘ ҠӘҮЕМЕБЕҘГӘ..
Инәйкәйем йылы ҡояш кеүек:
Ҡосағыма алһам йылыта,
Күҙҙәремә түгелеп тә ҡарап
Йылмайыуы бөгөн илата.

Илаһи мәл!
Күңел тап - таҙанан!
Даръя булып Һөйөү урғыла...
Асылымды нурлап, инәйкәйем,
Иҫән- һауҙар, зинһар, тор ғына...

Һин янымда. Шул бит үҙе бәхет!
Ире әле, йәле,ҡосаҡта:
Йыһан һөйөүөндә иҙрәп кенә
Ут ҡабыҙҙым йәнем - усаҡта.

Сибек кенәһең бит, Инә ҡәүем...
Ә ниндәйен ҡеүәт таратаң!
Ҡосағыма алып бар донъямды
Танһығыраҡ күреп яратам...

Минзәлә Шөғәйепова.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: