Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар 2023, 12:25

Бөгөн — тележурналист Гөлдәриә Йосопованың тыуған көнө

Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы Йосопова 1967 йылдың 14 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Федоровка районы Бала Сытырман ауылында тыуа. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Бөгөн — тележурналист Гөлдәриә Йосопованың тыуған көнө
Бөгөн — тележурналист Гөлдәриә Йосопованың тыуған көнө

 Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Белем алыуын артабан М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында дауам итә һәм уны 1990 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлай. Республиканың Дәүләт телерадиокампанияһы системаһында 30 йыл самаһы эшләй. Күп шиғырҙар һәм хикәйәләр авторы. Уның әҫәрҙәре республика матбуғатында донъя күрә, шулай уҡ Проза.ру һәм Стихи.ру милли серверҙарында баҫыла. 2021 йылда "Киләсәккә хат яҙам" тигән тәүге шиғри йыйынтығы донъя күрҙе.

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003)
  • БР журналистарының Теләктәшлек фонды лауреаты (1993)
  • «2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
  • Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (1997)
  • Рәсәй Журналистар берлегенең Маҡтау ҡағыҙы (1997, 2003)
  • Башҡортостан Журналистар берлегенең Маҡтау ҡағыҙы (2008, 2017)
  • Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюздары республика комитеты президиумының Маҡтау ҡағыҙы (2016)
  • Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙары союзының Рәхмәт хаты (2005)
  • БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесенең Рәхмәт хаты (2015)
  • Өфө ҡала ветерандары ойошмаһының 30 йыллығы иҫтәлекле билдәһе
  • Рәсәй Журналистары берлегенең «Честь. Достоинство. Профессионализм» маҡтаулы билдәһе (2020)
  • Парламент темаһы буйынса республика конкурсында «телевидение һәм радио» номинацияһы еңеүсеһе (1-се урын)
  • «Век искусства» (Санкт-Петербург) клубының «Мост в будущее — 2016» Халыҡ-ара балалар әҙәбиәте конкурсы еңеүсеһе.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: