Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Января 2023, 10:53

16 балалы ғаилә!

Радий Хәбиров Нефтекамала йәшәгән һоҡланғыс ғаилә тураһында һөйләне.

16 балалы ғаилә!16 балалы ғаилә!
16 балалы ғаилә!

 - Бөгөн #ЖЗЛ_Башкортостан рубрикаһында Нефтекаманан күп балалы Фәрхетдиновтар ғаиләһе тураһында һөйләмәксемен.

Мансаф Харун улының һәм Наталья Александровнаның ғаиләһендә – 16 бала. Бишәүһе – үҙҙәренеке, ә 11 сабыйҙы улар тәрбиәгә алған.

Өлкәндәре Данилаға – 22 йәш. Ул СВО-ла ҡатнаша. Күптән түгел яраланып, госпиталдә ятып сыҡҡан. Тиҙҙән алғы һыҙыҡҡа юлланасаҡ. Уға һәм башҡа беҙҙең егеттәргә тиҙерәк еңеп ҡайтыуҙарын теләйем!

Тағы ла бер улдары, Владислав, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған, йырҙан уҡыта. Руслан да – музыкант, Алкин хәрби часында хәрби оркестрҙа хеҙмәт итә.

Алиса, Максим, Валерия, Настя, Катя, Маша һәм Кристина мәктәптә уҡый. Лиза беренсе класҡа барырға әҙерләнә. Миша, Люба, Галя һәм Альберт балалар баҡсаһына йөрөй. Галяға ике йәш, ул Фәрхетдиновтар ғаиләһендә иң бәләкәсе.

Балалар ысын патриот булып үҫә. Музыка менән шөғөлләнәләр, спорт яраталар. Олимпиада-конкурстарҙа, спорт ярыштарында еңеү яулайҙар.

Фәрхетдиновтар ғаиләһе – күптәргә өлгө. Бергәләп тәбиғәткә сығалар, походтарға йөрөйҙәр, аҙна һайын йәкшәмбе бөтә ғаилә менән йыйылып, тәмле аштар ашайҙар. Музыкаль ҡоралдарҙа уйнап йырлайҙар. Ҡаланың йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға ла өлгөрәләр.

Былтыр Фәрхетдиновтар республика тәрбиәгә бала алған ғаиләләр конкурсында еңеү яулаған. 2013 йылда Наталья Александровна «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән.

Мансаф Харун улы һәм Наталья Александровна, балаларға матур тәрбиә биреүегеҙ өсөн рәхмәт! Һеҙгә һәм Башҡортостандың башҡа ғаиләләренә именлек, бәхет теләйем! - тип яҙа социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

16 балалы ғаилә!
16 балалы ғаилә!
16 балалы ғаилә!
16 балалы ғаилә!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас