Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ғинуар 2023, 16:17

Телһөйәрҙәр бәйгеһендә кемдәр еңеүсе булды?

Туған телебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе яратып өйрәнгән уҡыусылар араһынан иң белемле, иң һәләтлеләрҙе асыҡларға ярҙам иткән бәйгегә бөгөн йомғаҡ яһалды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһы быйыл утыҙ етенсе тапҡыр үткәрелде.

Телһөйәрҙәр бәйгеһендә кемдәр еңеүсе булды?
Телһөйәрҙәр бәйгеһендә кемдәр еңеүсе булды?

Телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар төрлө номинацияларҙа Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ, Өфө фән һәм технологиялар университы, гәзит-журналдарҙың бүләктәренә лайыҡ булды.

Ә был уҡыусылар –  Илүзә Хунафина  (Хәйбулла районы, Ҡәйүм Әхмәтшин исемендәге Оло Әбеш мәктәбе), Әҙилә Ишемғужина (Өфө ҡалаһы, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы), Илгизә Йәрмөхәмәтова (Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты), Зөһрә Латыпова (Илеш районы, Үрмәт мәктәбе), Алһыу Рәхимова (Әбйәлил районы, Асҡар ауылындағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия), Йәнгүзәл Зәйнуллина (Баймаҡ ҡалаһы,  4-се лицей), Алина Васильева (Сибай ҡалаһындағы гимназия), Дмитрий Миңлеғолов (Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль гимназия), Анастасия Иванцова (Мәләүез районы, Нөгөш мәктәбе), Айгөл Алтынбаева (Өфө ҡалаһы, республика күп профилле 1-се гимназия), Хазина Таштимерова (Сибай ҡалаһындағы гимназия), Алина Ғәбдрәшитова (Мәләүез районы, Нөгөш мәктәбе) еңеүселәр булып һөйөндө. Уларға дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

 

Юлай Кәримов фотолары.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: