Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ил Президенты Владимир Путин менән осрашты.
«Республикала бөтә төп күрһәткестәр буйынса ла ыңғай күрһәткестәр: эске тулайым продукт күләме, сәнәғәт производствоһы, ауыл хужалығы үҫешә. Һеҙҙә эшһеҙлек буйынса иң түбән күрһәткестәр. Төп капиталға йәлеп ителгән инвестициялар дөйөм Рәсәй күрһәткестәренән юғарыраҡ. Тимәк, республика киләсәктә яҡшы темпта үҫешәсәк. Мин һеҙгә һәм командағыҙға, бөтә Башҡортостан халҡы оло рәхмәтемде белдерәм, уңыштар теләйем», — тине Президент.