«Мортаза Рәхимов - беҙҙең барыбыҙ өсөн дә тотош дәүер. Миңә бөгөн һөйләүе ауыр. Мин бит уны нефть эшкәртеү заводын етәкләгән замандан беләм. Беҙ бер йортта йәшәнек, бергә эшләнек. Мортаза Ғөбәйҙулла улы нефть университетына ҙур иғтибар бүлде. Мин уның етәкселегендә 20 йыл ректор булып эшләнем. Бер-беребеҙҙе бер һүҙҙән аңлай инек.
Мин Мортаза Рәхимовтың исемен ӨДНТУ-ға бирергә тәҡдим итәм. Уның юғары вазифа биләүе өсөн генә түгел, ә ошо университеттың сығарылыш студенты булараҡ. Заводтың ябай эшсеһе булараҡ, ул ауыр эш көнөнән һуң кистәрен университетҡа ашыҡҡан. Киске дәрестәрҙе ҡалдырмаған. Етмәһә, ҡаты һыуыҡтарҙа трамвайҙар йөрөмәгән, заводтан йәйәүләп барып еткән ул.
Минең тәҡдимемде федераль кимәлдә хәл итергә кәрәк, мин был эш менән шөғөлләнәсәкмен», - тип белдерҙе Айрат Шаммазов.