Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада быйыл утыҙ етенсе тапҡыр үткәрелә. Мәртәбәле бәйгегә IX – XI кластарҙан район-ҡалаларҙа, күрше өлкәләрҙә еңеүсе булған 357 уҡыусы көсөн һынарға килде. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, күрше Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан да милләттәштәребеҙ ҡатнашыуы ҡыуаныслы.
Әйткәндәй, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада мәктәп уҡыусыларының төрлө яҡлап һәләттәрен үҫтереүгә, асыуға йүнәлтелгән Бөтә Рәсәй олимпиадалары, шулай уҡ башҡа интеллектуаль һәм ижади конкурстар, саралар исемлегенә индерелгән. Бында еңеүселәр һәм призёрҙарға республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә 10 балға тиклем өҫтәмә балдар бирелә.
Олимпиаданы асыу тантанаһы арабыҙҙан китеп барған халҡыбыҙҙың бөйөк улы, Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовты бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды, сығыш яһаусылар телһөйәр балаларҙың да, уның кеүек, халҡыбыҙ өсөн фиҙакәр хеҙмәт итеүсе шәхестәр булып үҫеүен теләне. Сарала Мәғариф һәм фән министрлығы Милли мәғариф идаралығының милли мәғариф бүлеге етәксеһе Розалиә Сафиуллина сәләмләп, сатлама һыуыҡ тип тормай, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белемен һынарға ашҡынып килгән балаларға уңыштар теләне. Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары тарафынан әҙерләнгән бик рухлы концерт та телһөйәр балаларҙы еңеүгә дәртләндергәндер, тип ышанғы килә.
Олимпиадала ҡатнашыусылар өс турҙа һынау тота. Декабрҙә үткән тәүге һынау уҡыусыларҙың сәсәнлек һәләттәрен, башҡорт телен аңлау һәм белеү кимәлен күрһәтһә, әле Өфөлә уҙған икенсе-өсөнсө турҙарҙа ҡыҙҙар һәм егеттәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса яҙма эштәрҙе башҡара.
Бәйгенең еңеүселәре һәм призёрҙары иртәгә билдәле буласаҡ. Телһөйәр балаларға уңыштар теләйбеҙ.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.