Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар , 18:10

Мортаза Ғөбәйҙулла улының һуңғы һүҙҙәре...

Ул республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең сәскә атыуын, тик алға барыуын теләгән.

Мортаза Ғөбәйҙулла улының һуңғы һүҙҙәре...
Мортаза Ғөбәйҙулла улының һуңғы һүҙҙәре...

Кисә халҡыбыҙҙың бөйөк улы, беренсе Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов вафат булды. Киң мәғлүмәт саралары беренсе Президенттың һуңғы һүҙҙәрен баҫтырып сығарҙы.

Мортаза Рәхимов һуңғы тапҡыр Башҡортостан халҡына 30 декабрҙә Яңы йыл ҡотлауы менән мөрәжәғәт итте.

- Хөрмәтле башҡортостандар! Һеҙгә байрамды йылы ғаилә мөхитендә ҡаршы алырға яҙһын! Ғаиләләрегеҙ бәхетле, балаларығыҙ һәм атай-әсәйҙәрегеҙ һау-сәләмәт булһын, йортоғоҙҙо бәхет һәм мөхәббәт ташламаһын, ә беҙҙең илебеҙ һәм Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын! - тип изге теләктәрен еткергәйне ул.

Бәхил бул, Мортаза Ғөбәйҙулла улы.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в