Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2023, 17:27

«Бар көсөн республиканы үҫтереүгә һалды»

Күгәрсен районының элекке башлығы Ғайса Янбаев Мортаза Ғөбәйҙулла улының яҡныдарының ҡайғыһын уртаҡлашты.

«Бар көсөн республиканы үҫтереүгә һалды»
«Бар көсөн республиканы үҫтереүгә һалды»

- Беҙҙең өсен ҡәҙерле булған ил ағаһы, тыуған ерем, республикам, илем, тип янған, уны үҫтереүгә бар көсөн һалған бөйөк шәхесебеҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов беҙҙе мәңгелеккә ҡалдырып китте.

Уның халҡына эшләгән изгелектәрен һанап бөтөрлөк түгел, биргән аҡыллы кәңәштәре, эшләгән эштәре һәр кемдең күңелендә яҡты мираҫ булып һаҡланыр. Ул үҙ халҡының бөйөк улы булып йәшәне. Тыуған илен, халҡын оло мөхәббәт менән яратыуы, һәр ваҡыт ихлас булыуы менән йөрәктәргә үтеп инде. Ғаиләһенең, туғандарының, барлыҡ республика халҡының оло ҡайғыһын уртаҡлашам.

Ғайса Ғилмитдин улы Янбаев.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: