Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2023, 17:50

Йәнә Әбйәлил, йәнә аттар ҡатнашлығында авария...

Еңел машина салонында дүрт бала булған.

Йәнә Әбйәлил, йәнә аттар ҡатнашлығында авария...
Йәнә Әбйәлил, йәнә аттар ҡатнашлығында авария...

Кисә кис Әбйәлил районының Әбйәлил һәм Ҡужан ауылдары араһында еңел машина ҡолонға барып бәрелгән. «Лада Ларгус» эсендә дүрт бала булған. Бәхеткә күрә, барыһы ла имен ҡалған.

Бер көндә Әбйәлилдә аттар ҡатнашлығында ике авария теркәлгән. Дауыт һәм Ҡужан ауылдары араһында водитель юлына килеп сыҡҡан аттарға төкөмәйем тип, юлдан төшөп киткән. Бәхеткә күрә, үҙе имен ҡалған. Әммә машинаһы емерелгән.

Әбйәлил-Баймаҡ яҡтарында бындай авариялар айырыуса йыш теркәлә. Социаль селтәрҙә халыҡ ошо мәсьәләне күтәрә. «Кемдер ат аҫрап байый, кемдер ҡазаға тарый, Аллам һаҡлаһын, имен йөрөгөҙ», - тип яҙалар әлеге аварияға ҡарата.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: