Проект сиктәрендә түбәндәгеләр аҡса алыу мөмкинлегенә эйә:
бәләкәй һәм урта предприятиелар
шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барған үҙмәшғүлдәр һәм физик шәхестәр
Субсидиялар нисек иҫәпләнәсәк?
Субсидиялар федераль бюджеттан бирелә. Тәғәйен предприятие йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барған тәғәйен кеше өсөн субсидия күләме етештергән продукция күләменә ҡарап билдәләнәсәк.
Субсидия нимә өсөн бүленә:
агротехнологик эштәр үткәреүгә
элиталы орлоҡ әҙерләүселәргә ярҙам итеүгә - 1 тонна картуф һәм йәшелсә культуралары орлоҡтарына, шул иҫәптән йәшелсә культуралары гибридтарына
картуф һәм асыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтереү сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға - 1 тонна ставкаһы буйынса
Тағы нимә үҙгәрәсәк?
Йәшелсә һаҡлағыстары төҙөгән һәм уларҙы модернизациялаған ауыл хужалығы етештереүселәре шулай уҡ субсидия алыу мөмкинлегенә эйә. Субсидия эштәр хаҡының 1/4 өлөшөн ҡаплаясаҡ. Проекттарҙы Ауыл хужалығы министрлығының махсус комиссияһы һайлап ала, ә үҙгәрештәр 2024 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.
Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек һәм мал аҙығы етештереү бүлегенә шылтыратып, субсидиялар алыу буйынса белешмә алырға мөмкин: 8 (347) 218-05-21.