Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар 2023, 12:48

Сибайҙар батыр улын һуңғы юлға оҙатты

Махсус хәрби операцияла БР-ҙың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының бүлек начальнигы Ғайса Баянов һәләк булған.

Сибайҙар батыр улын һуңғы юлға оҙатты
Сибайҙар батыр улын һуңғы юлға оҙатты

Сибай халҡы СВО-ла һәләк булған Ғайса Рәис улы Баяновты һуңғы юлға оҙатты. Матәм сараһы бөгөн иртән Йәштәр йортонда үтте.

Ғайса Баянов 1972 йылда тыуған. Махсус хәрби операцияға тиклем ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында эшләгән. Министрлыҡтың иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлеген етәкләгән. Махсус хәрби операцияға үҙ ирке менән барған. Ғайса Рәис улының 3 балаһы етем, ҡатыны тол ҡалған.

Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: