Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар 2023, 10:26

Шиғыр яҙырға һәләтлеләр конкурста ҡатнашырға саҡырыла

Дуҫтар! «Атайсал» проекты һәм республикабыҙҙа иғлан ителгән Кесе  Ватан өсөн файҙалы эштәр йылына ярашлы,  үҙеңдең шиғырыңды ижад итеү буйынса «Атайсал» республика конкурсы ойошторола.

Шиғыр яҙырға һәләтлеләр конкурста ҡатнашырға саҡырыла
Шиғыр яҙырға һәләтлеләр конкурста ҡатнашырға саҡырыла

Уны Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы, республикабыҙҙың Композиторҙар, Яҙыусылар союздары менән берлектә үткәрә.

Конкурс башҡорт совет композиторы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Хәсәновтың башланғысы менән уҙғарыла: «Атайсал буйынса  иң яҡшы шиғырға конкурс ойоштороу идеяһы тыуҙы. Был проект кесе ватанды аңлауға үҙ өлөшөн индерер тип уйлайым», - тип һөйләй проект тураһында композитор.
Конкурстың маҡсаты – әҙәби ижадҡа һәләтле, башҡорт, рус телдәрендә яҙышҡан һәләтле шағирҙарҙы асыҡлау. Конкурста төрлө авторҙар ҡатнаша ала, йәш сикләүе юҡ, улар үҙҙәренең шиғырҙарын ике дәүләт телендә (русса, башҡортса) тәҡдим итә ала. Һәр йәш төркөмөндә еңеүсе һәм призер билдәләнәсәк.

Шиғырҙарҙы «Атайсал» төркөмөнә https://vk.com/ataysalrb йәки телеграмм каналының чат-ботына ttps://t.me/ataysalrb ебәрергә кәрәк.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: