– Бәләкәй саҡтан сәләмәтлегем менән әллә ни маҡтана алманым. Эргә-тирәләгеләр ауырып китһә, тиҙ генә сир йоҡтороп бара инем. Грипп, киҫкен респиратор вирус инфекцияһы... Ата-әсәйемдәр ҡыш көнө һәр саҡ йылы кейенеп йөрөргә өйрәткәйне. Йөн ойоҡбашты тағы ла ике ҡат кизе-мамыҡ ойоҡбашы менән кейә инем. Бына шулай йылы яратыусы, өшөүсән кеше булып үҫтем. Үҙ һаулығыма артыҡ иғтибар итмәнем, кеше ауырыһа, минең дә ауырыуым ғәҙәти күренеш һанала ине.
Имен булмаған ғаиләләрҙең балаларына, ҡыш көнө бер йоҡа ғына ойоҡбашта, резина итектә уйнауҙарына ҡарамаҫтан, ауырымауҙарына, сәләмәт һәм ныҡ булыуҙарына аптырай торғайным. Хәҙер генә уларҙы яҡшы аңлайым,был балаларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең һыуыҡтан ҡурҡыуы булмаған икән.
Тәүге тапҡыр морж кеше хаҡында 1996 йылда ишеттем. Ауыл клубында (ул саҡта иҫке клубта) беҙгә Порфирий Корнеевич Иванов тураһында фильм күрһәткәйнеләр. Әрме сафына хеҙмәт итергә барғансы сынығырға тырыштым, ҡыш көнө ялан аяҡ мунсаға барып ҡайта, көрткә сума инем. Һаулығымда әллә ни үҙгәреш һиҙелмәгәс, ташлап ҡуйҙым.
Үткән йылда февралдә ковид менән икенсе тапҡыр ауырып киткәс, уйға ҡалдым. Тәндең температураһы 37 градус булыу ир-егет өсөн трагедия бит инде ул. Бына шул ваҡытта ҡоҙоҡтан ике биҙрә һыуыҡ һыу алдым да, ҡойона башларға булдым. Шул ваҡыттан алып әлегә тиклем ҡойоноуымды дауам итәм, оҙаҡламай бер йыл була инде. Июнгә тиклем көн дауамында ҡойондом, унан һуң йоҡонан уянғас та, һыу процедураларын башланым. Йоҡонан тиҙ генә уянаһың да.
Ошо ваҡыт эсендә нимә үҙгәрҙеме? Ғәйәт ҙур үҙгәрештәр булды. Һыуыҡ ул башыбыҙҙағы ғына ҡурҡыу. Был беҙҙең аңға бала саҡтан индерелгән программа. Ҡыш көнө һыуыҡ һыу менән ҡойонғанда тән температураһы бер минутҡа 42 градусҡа күтәрелә. Билдәле булыуынса, ошондай температурала күп кенә бактериялар һәм вирустар кеше тәнендә үлә. Иммунитет күтәрелә, хәҙер өс ойоҡ кейергә кәрәкмәй.
Бер йыл эсендә бер нисә тапҡыр тымаулап, температурам булды. Был ваҡытта тәүлегенә ике тапҡыр һыу менән ҡойондом, сырхауым бик еңел үтте, – ти ул.
Дуҫтар, ә һеҙҙең арағыҙҙа ҡыш көнө һыуыҡ һыу менән ҡойоноусылар бармы? Булһа, комментарийға яҙығыҙ. Әллә һеҙ ҙә, күптәр кеүек, өшөүселәр рәтендәме?
Фото: Т. АМАНОВ.