Барлыҡ теләүселәр фестиваль майҙансығында үҙ оҫталыҡтарын күрһәтергә, ижади уй-фекерҙәре менән уртаҡлашырға, профессиональ остаздарҙың һәм башҡа бәйгеселәрҙең тәжрибәһен үҙләштерергә саҡырыла. Ғаризалар формаһы, положение һәм фестивалдең программаһы беркетелгән.
Ә тамашасыларға билеттар Пушкин карталары буйынса ла һатыла башлауы хаҡында хәбәр ителә. «Эстрада музыкаһы» һәм «Эстрада хореографияһы» номинацияларында һәм фестивалдең гала-концерттарында конкурс ҡарауҙарына билеттар һатып алырға мөмкин. Фестивалде асыу тантанаһына инеү һәм «Эстрада йыры» номинацияһында конкурс ҡарау ирекле!
Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса https://birsk.bashkortostan.ru/presscenter/news/509304/ белә алаһығыҙ.
Фото: Т. АМАНОВ.