Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар , 13:45

Медицина учреждениелары байрам осоронда ла эшләне

Республикала пандемия башланғандан алып бөгөнгө көнгә ҡәҙәр 346 мең 335 кеше коронавирус йоҡторған. Әлеге мәлдә 149 пациент – стационарҙа, 149-ы – өй шарттарында дауалана.  

Медицина учреждениелары байрам осоронда ла эшләне
Медицина учреждениелары байрам осоронда ла эшләне

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең координация үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғыһы бер айҙа сирләүселәр һаны 47 процентҡа артҡан, ә һуңғы аҙнала сирләүселәр һаны кәмей бара.

Инфекция госпиталдәрендә яңы коронавирус инфекцияһын дауалау өсөн 430 койка әҙерләнгән, буш койка фонды 35 процент тәшкил итә.

Яңы йыл байрамдарында ла медицина учреждениелары эшен дауам итте. 40 992 мөрәжәғәт – тиҙ медицина ярҙамы, 5 230 саҡырыу табиптар-фельдшерҙар менән хеҙмәтләндерелгән, табипты 31 379 кеше өйөнә саҡырған. Мөрәжәғәттәрҙең иң күбе 1, 2, 3 ғинуарға тура килә. Быға юғары температура һәм хроник ауырыуҙарҙың киҫкенләшеүе сәбәпсе булды. Барлығы 10 меңдән ашыу медицина хеҙмәткәре  байрамдарҙа эшләгән. Байрам осоронда халыҡҡа диспансеризация үткәреү һәм медицина тикшереүе лә дауам иткән, бөтәһе 11 мең 462 кеше тикшерелгән. Шулай  уҡ коронавирусҡа 5800 кеше прививка эшләткән.

2-еһенән 6 ғинуарға тиклем  Ауырғазы, Стәрлебаш һәм Ишембай райондарында Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының күсмә дауалау-тикшереү комплексы эшләгән. Төрлө белгестәр тарафынан барлығы 434 пациент ҡаралған, шуларҙың 9-ы стационар дауалауға ебәрелгән.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в