Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар 2023, 22:25

Әлиә улын ҡайтарған!

Туймазынан Әлиә Имелғужинаның ике йылға яҡын сит илдән кескәй улын сығара алмауы хаҡында яҙғайныҡ. Әлиә ире менән айырылышҡандан һуң бала сит илдә тороп ҡалған. Бөгөн, ниһайәт, яҡшы хәбәр килеп төштө.

Әлиә улын ҡайтарған!
Әлиә улын ҡайтарған!

Мөхәббәт милләткә ҡараймы?

Әлиә – район дауаханаһы табибы, терапевт. Ярослав менән Абхазияла таныша, ир шунда элемтә ойошмаһында инженер булып эшләй. Ярослав йәш айырмаһына ла ҡарап тормай, (Әлиә унан 11 йәшкә оло) ҡатынды күреү менән артынан йүгерә башлай. Тәү ҡарашҡа егет ихлас күңелле һәм ышаныслы булып күренә. Әлиә әйтеүенсә, Ярослав тәүге мәлдә уға иғтибарын йәлләмәй, йылы мөғәмәлә итә. Шуға күрә үҙен һоратҡас та, яҡташыбыҙ ризалаша.

Туйҙан һуң йәштәр бала тураһында уйлай башлай. Әммә бының өсөн Әлиәгә табипҡа йөрөргә, етди тикшереү үтергә тура килә. Әсәлек бәхетен ҡыйбатлы ЭКО ярҙамында ғына татырға насип була. Декрет ялына сыҡҡансы Әлиә Туймазы дауаханаһында эшләй, был ваҡытта Ярослав Абхазияла йәшәй. 2020 йылдың 5 мартында улдары Саша тыуғас ҡына ул Башҡортостанға күсеп килә.

Абхаз ғауғаһы

Бала тапҡандан һуң Әлиә оҙаҡ йүнәлә алмай, йыш сирләй. Ярай әле бәпесте әсәһе ҡараша. Ә йәш кейәүҙең ҡәйнәһе менән борсағы бешмәй. Хәйер, әсә кеше ҡыҙының сит милләткә кейәүгә сығыуын алдан уҡ өнәп бөтмәй. Ярослав ғаиләһен үҙенең тыуған яғына «ҡайырырға» тотона. Әммә Әлинәнән кире яуапты ишетеү менән ҡыҙып китә һәм ғауға ҡуптара. Йәш бала менән алыҫ юлға сығыу ҙа хәүефле бит. Әлиә ғаиләһен һаҡлап ҡалыу өсөн уның ыңғайына килә. Сашаға биш ай тулғас, улар кейәүҙең тыуған яғына, Абхазияның Сухуми ҡалаһына күсеп китә.

Ярославтың әсәһе һәм бер туған апаһы менән йәшәй башлайҙар.

– Тыуған йортонда ирем ысын йөҙөн күрһәтте. Йыш эсә башланы, үҙен тәртипһеҙ тота, нахаҡ һүҙ әйтеп рәнйетә ине. Йортто һәм ҡапҡаларҙы бикләп, рөхсәтһеҙ сығармай башланы. Тамам алйыр сиккә етеп, айырылышыу тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, баланы тартып алыу менән янарға тотондо, – тип һөйләй Әлиә.

Ярослав йәберләүенән бигерәк, баланы әсәһенә имеҙергә лә бирмәй башлай. Бер көндө Әлиә магазинға барыу һылтауы менән иренең һеңлеһенән ҡапҡаны астырып сыға һәм таныштарына ҡасып китә. Унан яҡындарына ярҙам һорап шылтырата. Икенсе көндә үк уның янына апаһы һәм ағаһы осоп килә. Күмәкләп барып сабыйҙы алырға маташалар, әммә бер ни ҙә килеп сыҡмай.

– Мин шунда уҡ ил етәкселегенә мөрәжәғәт иттем. Милиция минең ғаризамды ҡабул итмәне, опека, Рәсәйҙең Абхазиялағы вәкиллеге лә ярҙам итә алманы. Ике илдең дә прокуратураһына, Абхазия Президенты Алан Бжанияға, Премьер-министры Александр Анквабҡа, Сит ил эштәре министрлығына хат яҙҙым. Әммә бөтәһе лә бер яуап ҡайтарҙы – судҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Әлиә Имелғужина Сухуми ҡалаһы судына никахын тарҡатыуҙы һәм балаға йәшәү урынын билдәләүҙе һорап ғариза яҙа. Әммә быға ун ай ваҡыт үткән, эш урынынан ҡыбырламай. Әлиәнең һүҙҙәренсә, уның ҡәйнәһе Абхазияла “төшөп ҡалғандарҙан” түгел. Ул – Республика туберкулез диспансерының баш табибы урынбаҫары. Һәр урында таныш-тоношо бар. Әлеге ваҡытта суд ултырыштары үтә, әммә бер ҡарар ҙа ҡабул ителмәй. Хәл Абхазияның “Ата-әсәләр яуаплығы һәм балаларҙы яҡлау тураһындағы конвенция”ла ҡатнашмауы менән ауырлаша. Бынан тыш, Рәсәй менән Абхазия араһында суд ҡарарҙарын башҡарыу тураһындағы килешеү юҡ. Ошо арҡала беҙҙең яҡ бер нисек тә суд ҡарарына йоғонто яһай, атап әйткәндә, ҡыҫыла алмай.

Сашаға тиҙҙән өс йәш тула. Инде ике йыл әсә сабыйын ҡайтара алмай. Әлиә әле Сухумиҙа ҡуртымға фатир алып йәшәй. Бер туған ағаһы ла уның янында, сөнки унда яңғыҙ ҡалыу хәүефле. Сит илдә эшкә урынлашыу ҙа мөмкин түгел – теркәлеү ҡағыҙы талап итәләр. Бер генә ҡыуаныс бар: Әлиәгә көнөнә бер-ике сәғәткә улы менән күрешергә рөхсәт итәләр. «Был – ирем ҡабул иткән берҙән-бер ыңғай ҡарар», – ти яҡташыбыҙ.

– Ул мине төрлөсә шантажларға һәм ҡурҡытырға маташа. Баланы бирмәйенсә судҡа баҫым яһап, эште һуҙыу өсөн барыһын да эшләргә әҙер. 

Сабыйы менән график буйынса күрешә

Һеҙ сабыйығыҙҙы көнөнә нисә тапҡыр ҡосаҡлап-һөйәһегеҙ? Әлиә Имелғужина улы менән көнөнә ике сәғәт кенә күрешә. Был осрашыуҙар ҙа мотлаҡ һаҡ аҫтында, ҡәйнәһенең һәм иренең күҙ алдында үтергә тейеш. Әсә ошо ике сәғәтте нисек тә иламаҫҡа һәм иренең ҡыйырһытыуҙарына иғтибар итмәҫкә тырышып уҙғара.

– Мин килһәм, Ярослав улыма: «Ана, апайың килде», – тип күрһәтә. Әммә сабыйым миңә, әсәй, тип өндәшә, бик ҡыуана, ҡосаҡлай, үбә. Урамға сығырға рөхсәт юҡ, өйҙә генә уйнайбыҙ, һөйләшәбеҙ. Көн дә тиерлек ул яратҡан вафлиҙы бешереп алып килергә тырышам. Уның тамағы ла туҡ, өҫтө лә бөтөн. Тик әсә һөйөүе генә етмәй. Тәүге осорҙа ҡайтырға сыҡһам, ер-һыу булып илай торғайны. Хәҙер ике сәғәтлек осрашыуҙарға күнегеп тә бөттө. Ә мин ошо ике сәғәт өсөн йәшәйем, – ти Әлиә күҙ йәштәре аша.

Кисә Әлиә Имелғужинаның сәхифәһендә яңы видеояҙма баҫылды. Уның адвокаты яҡташыбыҙҙың улы менән Рәсәй яғына сығыуы тураһында хәбәр итте. Был яҙмаға ҡарата фекерен йөҙҙәрсә кеше фекерен белдергән, барыһы ла бер ауыҙҙан әсәле-уллыға имен-һау ҡайтып етеүен теләгән.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: