Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар 2023, 12:50

Электр уты һүнеүгә һәм юлдарҙы таҙартыуға ялыуҙар күп булған

31 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем юлдарҙы ҡарауға һәм ҡарҙы таҙартыуға бәйле ялыуҙар 202 процентҡа, төҙөкләндереүгә 357 процентҡа артҡан.

Электр уты һүнеүгә һәм юлдарҙы таҙартыуға ялыуҙар күп булған
Электр уты һүнеүгә һәм юлдарҙы таҙартыуға ялыуҙар күп булған

Был хаҡта оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская хәбәр итте. Ашығыс ярҙам эшенә ялыуҙар ҙа юлдарға бәйле,  машиналар ҡар өйөмдәре арҡаһында ваҡытында килә алмаған.

Яңы йыл каникулдары аҙағында ҡаты һыуыҡтар башланды, шуға бәйле көсөргәнештең артыуы арҡаһында электр утының һүнеүенә  һәм йәмәғәт транспорты эшенә лә ялыуҙарҙың артыуы күҙәтелә.  Муниципалитет башлыҡтары байрамдарҙа ла социаль селтәрҙә эш алып барҙы, проблемаларҙың нисек хәл ителеүен күрһәтте, һауа торошо һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең булыуы хаҡында иҫкәртте, тип билдәләне Елена Прочаковская.

– Һыуыҡтар, ысынлап та, көслө булды, бөтә рекордтарҙы уҙып киттек. Бер кем дә юлда тотҡарланып, туңмаһын өсөн, юлдарҙы ваҡытында таҙартыуығыҙҙы һорайым, өйҙәрҙә йылы булһын, ҡаҙанлыҡтар эшләһен, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: