«Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» билдәһе менән маркировкалау ирекле. Унда ҡатнашыу бушлай.
Бөгөнгө көндә проектта 669 етештереүсе ҡатнаша, шуларҙың 544-е аҙыҡ-түлек етештереүсе һәм 95-е аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙар етештереүсе. 25 меңдән ашыу төр продукцияға «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» билдәһе ҡуйылған. 2022 йылда 117 предприятие проект дипломанты була, улар араһында республиканың кесе һәм урта ойошмалары ла, ҙур компаниялары ла бар. Проектта ҡатнашыусылар һаны даими арта бара. Федераль һәм төбәк вәкилдәре республика предприятиеларының потенциалын ыңғай баһаланы.
Төбәк предприятиеларының позицияларын нығытыу өсөн дипломанттар ҡатнашлығында баҙарҙа төрлө кимәлдәге 25 күргәҙмә-йәрминкә ойошторолған, был уҙған йылға ҡарағанда, 47 процентҡа күберәк. Етештереүселәр өсөн көнүҙәк темаларға 6 «Сауҙа мәктәбе» семинары уҙғарылған. Интернет киңлектә һәм социаль селтәрҙәрҙә лә был йүнәлештә әүҙем эш алып барыла.
Ҡатнашыусыларҙың тауарҙары Рәсәй Федерацияһының бөтә төбәктәрендә күрһәтелгән. Проекттың 148 ҡатнашыусыһы үҙ продукцияһын Рәсәй Федерацияһы субъекттарына оҙата. Федераль сауҙа селтәрҙәрендә 230 предприятие үҙ продукцияһын һата. 25 дипломант экспортерҙар булып тора.
Фото: Т. АМАНОВ.