- Проектты тормошҡа ашырыу өсөн кейста Ағиҙелдәге майҙансыҡ осраҡлы ғына күрһәтелмәгән. Был туризмды үҫтереү өсөн бик уңайлы урын булып тора, айырыуса балыҡ тотоуҙа, сөнки Түбәнге Кама һыуһаҡлағысында 39-ҙан ашыу балыҡ төрө бар. Мәҫәлән, бизнес-кейс глэмпингтар, ял итеү зонаһы, мунса комплексы, шулай уҡ балыҡ тотоу инвентарын прокатҡа алыу пункты менән база булдырыуҙы күҙ уңында тота, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда төбәк Хөкүмәте Башҡортостан Республикаһында 2035 йылға тиклемге осорға Туризмды үҫтереү стратегияһын раҫлағайны. Ул эске һәм ситтән килеү туризмын комплекслы үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Фото: Т. АМАНОВ.