Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артём Ковшов әйтеүенсә, 2022 йылда республикалағы проблемалы объекттары реестрынан 70-тән ашыуы хәл ителгән. Ә быйылғы 2023 йыл башына был исемлеккә 39 йорт инә.
Йыл аҙағына тиклем алданған өлөшсөләр мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү өсөн биләмәләрҙе үҫтереү федераль фонды ҡатнашлығында 17 объектты төҙөп бөтөргә ниәтләйҙәр. 12 йортто төҙөүселәр республика ярҙамында файҙаланыуға тапшырасаҡ. Тағы ла биш оҙаҡ төҙөлгән объекттарҙың алданған кешеләренә аҡсалата компенсация түләнә. Яҡын арала Фонд ҡалған биш йорт буйынса компенсациялар түләү тураһында ҡарар ҡабул итәсәк.
Фото: Т. АМАНОВ.