Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ғинуар , 11:59

Йәрми ҡатын-ҡыҙҙары фронтҡа маскировка селтәрҙәре үрә

Шишмә районының Йәрми ауылы пенсионерҙарының изге эше юғары баһаланды.

Йәрми ҡатын-ҡыҙҙары фронтҡа маскировка селтәрҙәре үрә
Йәрми ҡатын-ҡыҙҙары фронтҡа маскировка селтәрҙәре үрә

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә яҙҙы.

- Был - Шишмә районының Йәрми ауылы оҫталары. Улар хәрби хәрәкәттәргә кәрәкле маскировка селтәрҙәре һәм халаттары үрә. Барыһы ла ошонда йәшәүсе Эльвира Хатип ҡыҙы Ғәликәйеваның идеяһынан башлана. Ул иң тәүҙә үҙе эшләп өйрәнә һәм клубҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйып өйрәтергә тотона.

Материал менән бағыусылар ярҙам итә. Бөгөн оҫтаханала 20 пенсионер эшләй. Көндөҙ улар ғаиләләре янында, ә буш ваҡытында селтәрҙәр үрә. Бер селтәргә өс көн самаһы ваҡыт китә, ҡатмарлы процесс. Әммә ихтыяж ҙур. Апайҙар алғы һыҙыҡҡа Берҙәм логистика үҙәге аша 8 селтәр һәм халат ебәргән. Башланғысты Шишмә районының башҡа ауыл хакимиәттәре лә эләктереп алған. Бының өсөн ҙур рәхмәт! - тип яҙа Радий Хәбиров.

 

Йәрми ҡатын-ҡыҙҙары фронтҡа маскировка селтәрҙәре үрә
Йәрми ҡатын-ҡыҙҙары фронтҡа маскировка селтәрҙәре үрә
Йәрми ҡатын-ҡыҙҙары фронтҡа маскировка селтәрҙәре үрә
Йәрми ҡатын-ҡыҙҙары фронтҡа маскировка селтәрҙәре үрә
Йәрми ҡатын-ҡыҙҙары фронтҡа маскировка селтәрҙәре үрә
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в