Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ғинуар 2023, 17:30

Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия

Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия - ул торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә ваҡытында түләү өсөн аҙ тәьмин ителгәндәргә дәүләттән бушлай ярҙам.

Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия
Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия


Башҡортостанда субсидияны иҫәпләгәндә ғаиләнең дөйөм килемендә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымдың рөхсәт ителгән иң ҙур өлөшө стандарттары күләме түбәндәгесә:
  күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн - 13%
  яңғыҙ йәшәгән 60 йәштән өлкән ир-егеттәр һәм 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн - 18%
  яңғыҙ йәшәгән 70 йәшлек кешеләр өсөн - 16%
  башҡа категориялар өсөн - 20%

Ентеклерәк мәғлүмәт - Башҡортостан Республикаһының Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәге сайтында: http://rcspn.mintrudrb.ru/posts/68218

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн субсидия алыу маҡсатында ниндәй документтар тапшырырға кәрәклеген ошонда ҡарағыҙ: http://rcspn.mintrudrb.ru/posts/117471

Субсидия юллау мәсьәләһе буйынса Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәгенә мөрәжәғәт итергә була. Башҡортостандағы филиалдар хаҡында мәғлүмәт менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға була:
http://rcspn.mintrudrb.ru/offices

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: