Андрей Назаров әйтеүенсә, һуңғы өс йылда пассажирҙарҙы ташыу сифатын күтәреү маҡсатында әүҙем эш алып барыла.
– Был осорҙа республика бюджетынан автобустарҙы яңыртыуға 6 миллиард һум күләмендә аҡса йүнәлтелде. 2019 йылдан алып бөгөнгәсә төрлө класлы меңдән ашыу автобус һатып алынды. Бөтә машиналар ҙа «Башавтотранс»тың хужалыҡ ҡарамағына тапшырылды. Хәҙер 390 район-ара маршрут селтәре даими эшләй, өстән ике өлөшөн «Башавтотранс» хеҙмәтләндерә. Яҡынса 3,5 меңдән ашыу тораҡ пунктҡа автобустар йөрөй, – тине Премьер-министр.
Шул уҡ ваҡытта Андрей Назаров транспорт хеҙмәтләндереүе сифатын артабан да күтәрергә кәрәклеген белдерҙе.
Төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов доклад менән сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренсә, 9 ғинуарға ҡарата муниципаль машрут селтәренә 691 муниципаль маршрут инә. Уларҙы 64 ойошма хеҙмәтләндерә, 3668 тораҡ пункт ялмап алынған. Өфө районында 86 муниципаль-ара маршрут булдырылған.
Александр Клебанов Өфө районының Шамонин ауылындағы йәмәғәт транспорты мәсьәләһенә туҡталды. Был ауылға, тағы ла Октярбрьский, Осоргин һәм Шишмә ауылдарына яңы урта класлы автобустар бүленгән.
Андрей Назаров транспорт хеҙмәтләндереүе мәсьәләләрен барлап бер нисә күрһәтмә бирҙе.
– 16 ғинуарға тиклем Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына Өфө хакимиәте менән берлектә Өфө һәм Өфө районы ауылдары араһында транспорт бәйләнешен үҫтереү маҡсатында юл картаһы төҙөүҙе йөкмәтәм. Ҡырмыҫҡалы, Ейәнсура һәм Бәләбәй райондары хакимиәттәренә пассажирҙар ташыу баҙарында тәртип булдырыу өсөн конкурс үткәрергә кәрәк, - тине Премьер-министр.