Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ғинуар 2023, 22:45

Һоҡланғыс ғаилә!

Баймаҡ районының Күгиҙел ауылынан композитор Вилүр Мәүлитовтың ғаиләһендә ял кистәре ошолай үтә.

"Йыр-толпарым"
Вилүр Мәүлитов көйө
Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәре

1. Яҡын дуҫтарымды һыйларға
Умарталар тулы балым юҡ.
Тыуып үҫкән йортҡа ҡот булыр
Атайымдан ҡалған малым юҡ.

2. Бар байлығым минең, бар ҡотом-
Йыр исемле толпар ат ҡынам!
Шул толпарым менән нисә йыл
Алыҫ сәфәрҙәргә ашҡынам.

3. Йыр-толпарым иҫән-һау булһа,
Ҡыуаныслы булыр юлдарым.
Хатта үҙем донъя ҡуйғас та,
Гиҙер әле илде толпарым.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: