«Бәлә кеше башынан йөрөй шул... Яңы йыл алдынан бик бошорғос хәбәр килде. Барыһы ла һоҡланған, сәхнәлә бихисап ролдәр сығарған, нисә йәшендә лә гел һомғол, матур, ғәжәйеп талантлы, үҙе шундай ипле һәм эшһөйәр Салауат башҡорт драма актрисаһы Нәркәс Йомағужина яман шеш ауырыуы менән сирләгәне асыҡланды. Өсөнсө стадия... Ире Мираҫ Йомағужин да шул тиклем шәп актер, кино өлкәһендә лә тәүге ролдәрен сығара башланы. Икәүләп ике ҡыҙ үҫтерәләр, шул тиклем рухлы, өлгөлө башҡорт ғаиләһе. Яңыраҡ икеһенә лә атҡаҙанған исемен биреп, бик ҡыуаныштылар. Хәҙерге медицина мөғжизәләр күрһәтә бит, ышанайыҡ. Әммә бындай осраҡта бик күп сығымдар талап ителә бит, шуға аҡсалата ярҙам күрһәтер кәрәк. Милләтебеҙ, театр сәнғәтебеҙ күрке булған ғаиләне бәлә менән яңғыҙҙарын ҡалдырмайыҡ», - тип яҙғайны социаль селтәрҙә Нәркәс Йомағужинаның коллегалары.
Бөгөн актрисаның мәрхүмә булыуы асыҡланды. Уға ни бары 39 йәш ине. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.