Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ғинуар 2023, 23:14

Ибрай ауылында быйма байрамы үтте

Ейәнсура районының Ибрай ауылында  «Эх, быймаһы ла, быймаһы» тип исемләнгән байрам  ойоштороу матур бер йолаға әүерелде. Яңы йыл каникулы осоронда, көндөң һыуыҡ  булыуына ҡарамаҫтан, сара быйыл да үткәрелде. Ярыштарҙа балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә бик ҡыҙығып ярышты.

Ибрай ауылында быйма байрамы үтте
Ибрай ауылында быйма байрамы үтте

– Сараға килеүселәр «Батырҙар» һәм «Отҡорҙар» командаларына бүленеп,  «Быйма бәреү», «Быйма боулинг», «Быйма тапшыр», «Быйма снайпер», «Алыҫлыҡҡа быйма ырғытыу», «Ат сабыштырыу», «Быйма мҽнән ҽтҽҙ бҽйҽүсҽ», «Сәпкә – быйма» уйындарында көс һынашты. Көсөргәнҽшлҽ ярышта «Отҡорҙар» командаһы еңеүсе тип табылды.
Алдан иғлан итҽлгән конкурстарға йомғаҡ яһалды. Бына улар:
1. Иң ҙур быйма  – Сәүиә Ҡолмөхәмәтова, Маһира Шамсутдинова.
2. Иң бәләкәй быйма – Фирҙәүес  Күсәрбаҽва, Ләйсән Ҡыуандыкова .
3. Иң матур табанлы быйма – Тәнзилә Уликанова, Гөлбаныу Иҙрисова.
4. Хәҙҽргҽ заман быймаһы – Гөлбаныу Иҙрисова, Гөлнара Мөхәмәтйәнова .
5.Иң матур биҙәлгән быйма – Тәнзилә  Уликанова, Ләйсән Ҡыуандыкова, Фирҙәүес Күсәрбаҽва, Лиана Ҡолмөхәмәтова, Вилнур Ҡолмөхәмәтов, Сәүиә Ҡолмөхәмәтова.
Ҡатнашыусылар барыһы ла йырлап-бейеп, биҙәлгән быймаларын яҡлап сығыш яһаны һәм күмәкләп фотоға төшөү мҽнән тамамланды.
Быйма байрамда ҡатнашҡандарға ҙур рәхмәт! Яңы йылда яңы уңыштар, яңы үрҙәр, имҽнлҽк һәм тыныслыҡ тҽләйҽм! – тип беҙгә хәбәр итә Ибрай ауылы китапханасыһы Сәүиә Ҡолмөхәмәтова.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: