— Фильм Булат Йосоповтың Киномәктәбе ойошторған «Ер һүҙе» проекты сиктәрендә Туған тел, Тыуған ил кеүек кешелектең иң ҡәҙерле изге ҡиммәттәре хаҡында төшөрөлдө. Бигерәк тә бөгөнгө ҡатмарлы заманда бар кешеләргә лә, байына ла, ярлыһына ла Тыуған ил берҙәй ҡәҙерле булырға тейеш, шуға ла йәш сикләүҙәре, башҡа айырмалыҡтар юҡ, фильм бар илһөйәрҙәргә лә арнала, – тип уртаҡлаша Таңсулпан.