Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, саллаллаһу ғәләйһис-сәләм, билдәләүенсә, йома ғәйет һәм Ғәшүрә көндәренән дә ҡәҙерлерәк. Йома – донъялыҡта ла, йәннәттә лә мөьминдәрҙең байрамы. Бер мөбәрәк хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ шулай тигән: «Ҡояшҡа мансылған көн – йома көн. Сөнки Әҙәм, ғәләйһис-сәләм, йома көнөндә яратылған, шулай уҡ йома көнөндә йәннәткә индерелгән, йома көнөндә сығарылған».
Тимәк, тереклектәрҙең иң гүзәле, иң өҫтөнлөклөһө булған кеше йома көнөндә яратылған. Шуға күрә лә Аллаһы Тәғәлә йома көнөн хәйерле, бәрәкәтле һәм мөбәрәк көн тип билдәләгән, әҙәм балалары үҙе бар ителгән был көндә Аллаһы Тәғәләгә күп итеп ғибәҙәт, доға ҡылырға, шөкөр итергә бурыслы. «Эй, иман килтергән кешеләр! Әгәр ҙә йома көнөндә намаҙға саҡырылһағыҙ, Аллаһты иҫкә алыу өсөн ашығығыҙ! Һатыу итеүҙе туҡтатып тороғоҙ. Әгәр белһәгеҙ, был һеҙҙең өсөн хәйерлерәк», – тиелә «Йома» сүрәһенең 9-сы аятында.
Фото: Т. АМАНОВ.