Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар 2023, 15:19

Ришат олатайҙан ауылдаштарына яңы йыл бүләге

Ауырғазы районының Нуғаҙаҡ ауылынан 78 йәшлек Ришат Мөссәләмов ҡыҙыҡлы ҡурсаҡтар яһап, ауылдаштарына яңы йыл кәйефе бүләк иткән.

Ришат олатайҙан ауылдаштарына яңы йыл бүләге
Ришат олатайҙан ауылдаштарына яңы йыл бүләге

Ришат олатайҙың ихатаһы ауылдың биҙәлгән хужалыҡтары араһында икенсе йыл рәттән беренсе урынды яулай. Пенсионер быны бәйге өсөн дә түгел, ә изге күңелдән эшләй.

Ришат Ярулла улы ғүмер баҡый колхозда эшләгән, бөгөн - хаҡлы ялда. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бик дәртле һәм ярҙамсыл ул. Йыл һайын ҡыҙыҡлы ҡарһындар эшләп, ауылдаштарын ҡыуандырып тора.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: