

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, бөгөн йәнә көн ҡарлы буласаҡ. Ошо арҡала ҡала урамдарында ла һәм трассала ла йөрөү ҡатмарлаша, ҡайһы бер трасса участкалары ябыласаҡ.
Республикабыҙҙың көньяҡ райондарында буран тынмай әле. Төндә - 21 градусҡа тиклем һыуытыуы көтөлә, көндөҙ бер аҙ йылытасаҡ (- 16 градус).
Өфөлә ҡар яуыуы көтөлмәй, әммә көн болотло буласаҡ. Һауа температураһы - 11, - 15 градус. Кисен һәм төндә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.